газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2019, 10:46

«Шайморатов генерал» йырын кем белмәй?

15 августан социаль селтәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән #Шайморатов флешмобы бара. Унда меңгә яҡын кеше һәм коллектив ҡатнашты, видеояҙмалар килеүен дауам итә.

15 августан социаль селтәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән #Шайморатов флешмобы бара. Унда меңгә яҡын кеше һәм коллектив ҡатнашты, видеояҙмалар килеүен дауам итә.Флешмобты танылған артистар ҙа күтәреп алды, улар иҫәбендә — Асҡар Абдразаҡов, Ринат Рамазанов («Арғымаҡ» төркөмө), Элвин Грей, республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре — республика ауылдарында һәм ҡалаларында, Рәсәй субъекттарында, сит илдәрҙә йәшәүселәр.

Флешмобта ҡатнашыусылар Заһир Исмәғилевтың Ҡадир Даян һүҙҙәренә ижад иткән «Шайморатов генерал» йырын башҡара, видеоға төшөрә һәм #Шайморатов #ҡоролтай хештегы менән интернетҡа һала. Күп һанлы һорауҙар буйынса социаль селтәрҙәге флешмоб 7 сентябргә тиклем дауам итә.Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы флешмобҡа яҡынса йомғаҡ яһаны:

1.Иң йәш ҡатнашыусы— Йәсминә Сафиуллина (ике йәш)

2. Иң әүҙем район — Ҡырмыҫҡалы (һигеҙ ауылдың коллективы)

3. Йырҙы күп кеше ҡатнашлығында башҡарыу — Нур-Солтан ҡалаһынан «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берекмәһе (Ҡаҙағстан)

4. Позитив башҡарыу — Ринат Рамазанов («Арғымаҡ» этно-рок төркөмө https://vk.com/id20913680)

5.Традицион этнобашҡарыу — Сибай ҡалаһынан «Яугөл» ансамбле

6. Заманса башҡарыу — Альберт Исмаил (Туймазы)

7. Иң сағыу клип — Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы

8. «Тамашасы һөйөүе» номинацияһы — Асҡар Абдразаков, Гүзәл Әхмәтйәрова (БСТ, Яңылыҡтар), Сәләм (БСТ) – Инстаграмда 1000-дән ашыу «лайк»

9. Оперативлыҡ — «Юлдаш» радиоһы

10. Башҡорт телен һәм йырҙарын өйрәнеүҙә уңыштары өсөн — Микаэла Ғибәҙуллина.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бөтә номинанттарҙы Өфөгә саҡыра. Шәмбе, 7 сентябрҙә, көндөҙгө сәғәт 3-тә «Торатау» конгресс-холы янындағы Өфө амфитеатрында меңләгән кеше генерал тураһында йыр башҡара, шулай уҡ йондоҙ формаһында теҙелә. Башҡорт ҡоролтайының бүләктәре лә шунда тапшырыла.
Читайте нас: