Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән
эшлекле осрашыуында Күмертау авиация етештереү предприятиеһының киләсәк яҙмышы тикшерелде. Республика етәксеһе аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың һатыу нөктәләрен эҙләүҙә әүҙемлек күрһәтергә тейешлеген билдәләне.