Черниковка биҫтәһендә йәшәгән ҡатын ҡый түгергә сыҡҡанда, аңғармаҫтан ишеген шарт итеп яба. Йоҙаҡ үҙенән үҙе бикләнә торған була, ә асҡыс эстә ҡала.
Аптырап тормай ҡатын – фатирына күршеләренең балконы аша инергә була. Йәнәш торған балконды аша төшөп, перилаһына йәбешеп, ипләп кенә аяғын шыуҙырып, үҙ яғына ыңғайлай. Урамдан үтеп барыусылар тәүәккәл ҡатынды фотоға төшөрөп ала, битараф булмағандары ҡотҡарыусыларҙы саҡырта, ”әбей ҡолап төшә инде!” тип дөйөм йорттоң чатына ла яҙалар. Ҡатынды күршеһе һөйрәп ала. Был ваҡытҡа ҡотҡарыусылар ҙа килергә сыҡҡан була, юлда уларға хәлдең ыңғай тамамланыуы тураһында хәбәр итәләр.