Асыҡланыуынса, 2018 йылдың 13 мартында ғәйепләнеүсе ир һөйәркәһенең биш йәшлек ҡыҙы менән фатирҙа була, ә әсә кеше ғәзизен һөйәренә ҡалдырып, был ваҡытта дауаханала дауалау курстары алған була. Ҡатындың өйҙә булмауынан файҙаланып, яуыз ниәтле ир кескәй ҡыҙҙы тәүҙә мәсхәрәләй, а һуңынан бер нисә тапҡыр күкрәгенә һәм эсенә ҡаты ғына итеп һуға. Үкенескә ҡаршы, ауыр тән йәрәхәттәренән ҡыҙ йән бирә. Туҡмағандан һуң, "ярҙамсыл" һәм "ҡәҙерле" ир бер нимә булмағандай, рәхәтләнеп йоҡларға ята. Иртән баланың тын алмауын күреп, ҡыҙҙы юл сумкаһына һала ла, йылға буйына юллана. Етмәһә, сумка эсенә таштар ҙа өҫтәй.