газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2019, 19:36

Һәр бала бәхетле булырға хаҡлы

Башҡортостанда эскелек менән ауырыған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү күҙаллана.

Башҡортостанда эскелек менән ауырыған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү күҙаллана. Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Өфөлә "Минең ғаиләм" проектын бойомға ашырыуға арналған сара уҙғарҙы. Сенатор билдәләүенсә, йыл һайын 500-ҙән ашыу бала ата-әсәһе эсеүе арҡаһында социаль приютҡа эләгә. Тәү сиратта, социаль ярҙамды балалары приютҡа эләккән ғаиләләр аласаҡ. Проектты ғәмәлгә ашырыу бер нисә этаптан тора. Ата-әсәләргә дарыу һәм психологтар ярҙамында эскелектән ҡотолорға ярҙам ойошторола. Дауалау курсын үткән ғаиләләр артабан да күҙәтеүгә алына. Проект Башҡортостандың барлыҡ ҡала-райондарында тормошҡа ашырыласаҡ. Быйыл республиканың социаль приюттары ошондай ғаиләләрҙән 407 баланы ҡабул иткән.
Читайте нас: