Өфөлә башланғыс класс, математика, физика һәм химия уҡытыусылары етешмәй. Бөгөн Өфө мәктәптәрендә уҡытыусылар менән тәьмин ителеш - 99 процент. Әлеге ваҡытта баш ҡала мәктәптәрендә 128 уҡытыусы етешмәй.
Күпселектә улар - башланғыс класс уҡытыусылары. Шулай уҡ математика, химия һәм физика уҡытыусылары вакансиялары бар.
Өфөнөң Мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова һүҙҙәренсә, йәш белгестәр мәктәпкә уҡытыусы булып барһа, уларҙың бер тапҡыр бирелә торған пособие алыу мөмкинлеге бар. Яңы эш башлаған уҡытыусының 18 сәғәт менән хеҙмәт хаҡы 20-23 мең һум тәшкил итә. Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһында уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 35 352 һумға тиң.
Шулай уҡ Өфө мәктәптәрендә психологтар етешмәй. Атап әйткәндә, әлеге мәлдә 162-се яңы полилингваль күп профилле мәктәптә (Димдәге «Сағыу» биҫтәһендә) инглиз телен белгән математика, химия уҡытыусылары, логопед урындары асыҡ.