газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2019, 10:59

Иң шәп һауынсы һәм Лада Гранта хужаһы ир-егет

Башҡортостанда XXVII Бөтә Рәсәй машина менән һыйыр һауыу буйынса иң шәп оператор конкурсы еңеүселәре билдәләнде.

Башҡортостанда XXVII Бөтә Рәсәй машина менән һыйыр һауыу буйынса иң шәп оператор конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Абсолют лидер һәм төп бүләк – «Лада Гранта» автомобиле хужаһы – «Алексеевка» совхозы һауынсыһы Юрий Гордов.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, сарала Рәсәйҙең 55 төбәгенән 60 һауынсы ҡатнашты. Биш номинация буйынса конкурсты 40 судья баһаланы.
Юрий Гордов туғыҙ йыл һауынсы булып эшләй. Чемпион быйылғы еңеү — иң әһәмиәтлеһе тип иҫәпләй.
Читайте нас: