газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2019, 10:57

Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү күберәк эшләү, тигән һүҙ түгел

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына ярашлы, һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре буйынса сираттағы белем биреү тренингы үтте.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына ярашлы, һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре буйынса сираттағы белем биреү тренингы үтте. Республикала был милли проект ҡуйған бурыстарҙы үтәүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, уға ярашлы 2024 йылға тиклем сеймал булмаған тармаҡтарҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген утыҙ процентҡа арттырыу талабы ҡуйылды. Был проектҡа федераль үҙәктән 112,5 миллион һум бүленәсәк. Унда 196 предприятие ҡатнаша, 50-һе - быйыл уҡ.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү тураһында һөйләгәндә, күптәр үҙҙәрен күберәк эшләргә мәжбүр итәсәктәр, аҙаҡ ҡыҫҡартасаҡтар тип уйлай. Улай түгел. Асылда, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙең маҡсаты - кешеләрҙе кәрәкмәгән эштәрҙән азат итеү. Берәү ҙә эшселәрҙе ҡыҫҡартырға йыйынмай. Киреһенсә, предприятиелар үҫеш аласаҡ”, - тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең сығышында.

#Миллипроекттар



Читайте нас: