газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2019, 11:12

Бәләкәй бала янында башҡа эшкә әүрәмә

Мәскәү өлкәһендә ата-әсә, олатай-өләсәй ике баланы алып дачаға юллана. Унда әсә кеше ике йәшлек сабыйын душ кабинаһына ултырта ла өлкәне янына сыға.

Мәскәү өлкәһендә ата-әсә, олатай-өләсәй ике баланы алып дачаға юллана. Унда әсә кеше ике йәшлек сабыйын душ кабинаһына ултырта ла өлкәне янына сыға. Күп тә үтмәй, малайҙың ҡысҡырғанын ишетеп ҡалалар. Янына килһәләр, ул эргәлә торған өҫтәл лампаһын һыуға төшөргән. Ток һуҡҡан бала иҫен юғалта башлай. “Ашығыс ярҙам” саҡыралар, тик ул оҙаҡлағас, сабыйҙы үҙҙәренең машинаһында дауаханаға алып китәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала юлда йән бирә.


Читайте нас: