газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2019, 12:53

Ҡатынығыҙ һәйбәтме?

Һәр кемдең оҙағыраҡ йәшәгеһе килә. Ә бына ир-аттың ғүмер оҙонлоғо ҡатынына ла бәйле икән.

Һәр кемдең оҙағыраҡ йәшәгеһе килә. Ә бына ир-аттың ғүмер оҙонлоғо ҡатынына ла бәйле икән.


Швеция ғалимдары, аҡыллы ҡатын иренең ғүмерен биш, хатта ун йылға тиклем оҙонайта ала, тип белдерә. Бының сәбәбе бер нисә.


Мәҫәлән, өйҙә дөрөҫ туҡланыу ҙур әһәмиәткә эйә. Сәләмәт йәшәү рәүеше, яратҡан кешең хаҡында һәр ваҡыт хәстәрлек күреү ҙә ирҙәргә оҙағыраҡ йәшәргә булышлыҡ итә.


Шулай булғас, хөрмәтле гүзәл заттар, ирҙәрегеҙгә йылы ҡарашығыҙҙы йәлләмәһәгеҙ ине.
Читайте нас: