Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2019, 16:43

Апаһынан үсен шулай алған

Чечня Республикаһы Шелковской районында йәшәгән 17 йәшлек ҡыҙ үҙенең ун йәшкә өлкән апаһын, оло йәштәге әсәһен вәхшиҙәрсә бысаҡ менән сәнсеп үлтергән.

Чечня Республикаһы Шелковской районында йәшәгән 17 йәшлек ҡыҙ үҙенең ун йәшкә өлкән апаһын, оло йәштәге әсәһен вәхшиҙәрсә бысаҡ менән сәнсеп үлтергән. Асыҡланыуынса, апалы-һеңлеле икәүҙең араһында оҙайлы низағ барған, өлкәне һеңлеһен һәр ваҡыт кәмһеткән, “меҫкен килмешәк” тип атаған. Түҙеме ҡалмаған үҫмер үс алыу планын уйлай башлаған. Енәйәткә ярты йыл самаһы әҙерләнгән, оҙон ҡынлы үткер бысаҡ һатып алған. Үҙен әҙер, тип иҫәпләгән ҡыҙ төндә апаһына һөжүм иткән. Апаһынан һуң ҡыҙын яҡлашҡан әсәһен дә сәнсеп үлтергән.

Фажиғә ваҡытында ҡыҙҙарҙың атаһы күрше йортта йоҡлаған. Тикшереү ваҡытында ул балалары араһында йыш ҡына талаш сығыуын иҫбатлаған. 17 йәшлек ҡыҙға ҡаршы енәйәт эше асылған.
Читайте нас: