Алдағы көндәрҙә бер аҙ һыуыта, тип хәбәр итә синоптиктар. Бөгөн (26 август) көн аяҙлы-болотло була, урыны менән ямғыр яуа. Ҡайһы бер райондарҙа йәшенле ямғыр көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы 14-19 градус йылы. Төндәрен һалҡын. Ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы +4 градусҡаса төшәсәк.