Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2019, 14:44

Ҡыҙҙар туҡмай, егеттәр ҡарап тора

Ҡайһы бер үҫмерҙәрҙең ҡырағайлығы шаҡ ҡатыра. Воронежда ун өс йәшлек балалар әхирәттәрен уйын майҙансығында ҡаты туҡмаған. Һөҙөмтәлә ҡаза күреүсе аңын юғалтып, реанимацияға эләккән.

Ҡайһы бер үҫмерҙәрҙең ҡырағайлығы шаҡ ҡатыра. Воронежда ун өс йәшлек балалар әхирәттәрен уйын майҙансығында ҡаты туҡмаған. Һөҙөмтәлә ҡаза күреүсе аңын юғалтып, реанимацияға эләккән.


Барыһына сәбәпсе – “Бәйләнештә”ге хәбәрләшеү. Ҡыҙ әсәһен яҡлашҡаны өсөн тиҫтерҙәренән туҡмала. Төп һуғыш суҡмары – элекке әхирәте һәм таныш булмаған ҡыҙ. Ситтән ҡарап тороусылар ҙа була, өс егет хәлде камераға төшөрә.


Туҡмалған ҡыҙ ике тапҡыр дауаханала ятып сыға. Әммә баш ауыртыуы туҡталмай.

Ваҡиға буйынса тикшереү эше дауам итә. Суд-медицина экспертизаһы үткәргәндән һуң, һөҙөмтәгә ҡарап, кемдең ниндәй язаға тарттырыласағы билдәле буласаҡ.
Читайте нас: