Өфө - Шишмә юлында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. “Рено Логан” автомобилендә китеп барған 47 йәшлек Өфө кешеһенең “тимер аты” юлдан осоп төшә һәм ауа. Һөҙөмтәлә, ул фажиғә урынында һәләк була. Билдәле булыуынса, фажиғә томан шарттарында була. Әле республикала иртәле-кисле томан төшә.