29 августа Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко сәғәт 10-дан 11-гә тиклем 8 сентябрҙә уҙасаҡ һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү мәсьәләләре буйынса “тура бәйләнеш” уҙғара. Һорауҙар Үҙәк һайлау комиссияһының 8-800-347-54-54 телефоны буйынса ҡабул ителә, шылтыратыу бушлай. Һорауҙарҙы шулай уҡ
[email protected] электрон почтаһына “тура бәйләнеш” билдәһе менән ебәрергә мөмкин. Был эш һөҙөмтәһе тѳбәк дәүләт матбуғат сараларында һәм Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында баҫыласаҡ.