газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Август 2019, 18:13

Үпкәһен онотмай, үлтергән

Стәрлетамаҡ районы эргәһендәге юлда 33 йәшлек ирҙең балаҫҡа төрөлгән үле кәүҙәһен тапҡандар.

Стәрлетамаҡ районы эргәһендәге юлда 33 йәшлек ирҙең балаҫҡа төрөлгән үле кәүҙәһен тапҡандар.Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, был үлтереү буйынса 46 йәшлек Стәрлетамаҡ кешеһе ҡулға алынған.

Асыҡланыуынса, 17 августа мәрхүм ҡулға алыныусыла ҡунаҡта булған. Эсеп ултыра торғас, талашып китәләр. Хужа ир элекке үпкәһен онотмай, тегеһенең уға ҡул күтәреүен иҫкә төшөрә. Ыҙғыш мәлендә тегенеһе бер нисә тапҡыр көрәк менән ирҙең түшенә һуға, ике тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Үҙе бер ни булмағандай йоҡларға ята. Иртән уянғас, иптәшенең үлгәнен күрә. Ни эшләргә белмәй, ул үле кәүҙәне балаҫҡа төрөп, машинаһында ҡаланан ситкә сығарып ташлай.

Үлтереүсене табалар, ҡулға алалар. Ул үҙ язаһын аласаҡ.
Читайте нас: