газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Август 2019, 16:16

Компьютер уйындары уйнап мейеһе томаланған

16 йәшлек Ульянов өлкәһе үҫмеренең әсәһен, бәләкәй һеңлеһе менән ҡустыһын, олатаһы һәм өләсәһен балта менән турап үлтереүе хаҡындағы ваҡиға бөтә илде тетрәндерҙе. Уның буйынса яңы факттар асыҡлана. Баҡтиһәң, әллә ҡасандан ғаиләһе менән бергә йәшәмәгән атаһы белдереүенсә, егет компьютер уйындары менән мауыҡҡан.

– Мин дә, өләсәһе лә улыма даими аҡса биреп тора инек. Әле вафат булған әсәһе әйтеүенсә, ул аҡсаларҙы атыш уйындарына күсереп барған. Мин һеҙгә яңылыҡ әйтмәйем, уның ныҡлы уйнағанын бөтәһе лә белә ине, – тигән ир.

Атай менән ул бик йыш аралашмаған. Һуңғы тапҡыр улар майҙа осрашҡан, киләһе тапҡыры августа осрашырға тейеш булған.
Читайте нас: