Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Август 2019, 18:33

Эсмәһә, иҫән булыр ине микән?

Бүздәк районынан хаҡлы ялдағы бер ҡатын үҙенең ирен үлтереүҙә ғәйепләнә.

Бүздәк районынан хаҡлы ялдағы бер ҡатын үҙенең ирен үлтереүҙә ғәйепләнә. Ғаиләлә ғауға-низағтарҙың йыш ҡабатланыуы билдәле булған. Был юлы ла өйҙәге ыҙғыш, эскелек енәйәт ҡылыуға килтергән.Кәйеф-сафа ҡороп алғандан һуң, ир менән ҡатын ирешә башлай. Йорт хужабикәһе, араҡыға аҡсаны күп түгәһең, тип ҡысҡыра. 60 йәшлек әбейенә йәне көйөп, ир уның битенә ныҡ итеп һуға ла урамға сығып китә. Аҙаҡ әйләнеп ҡайтҡас та низағ тынмай. Ныҡ асыуланған әбей күп уйлап тормайынса ҡулына бысаҡ алып, иренең арҡаһына сәнсә. Һөҙөмтәлә, йорт хужаһы шунда уҡ йән бирә.

Ҡатын енәйәт эҙен йәшереү маҡсатында иҙәндәге ҡанды йыуа, аҙаҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Йәнәһе, йортона ҡайтҡас, иренең үле кәүҙәһенә тап булған.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына килгәс, иҙәндә, бысаҡта, әбейҙең күлдәгендә ҡан эҙҙәрен таба. Бынан тыш, йортҡа башҡа кешенең килмәүен дә асыҡлайҙар. Хужабикәһенең ғәйебе асыла. Суд ҡарары менән 60 йәшлек ҡатын хөкөмгә тарттырылған.
Читайте нас: