Миәкә районында 41 йәшлек ир әсәһе йәшендәге кешене, 81 йәшлек инәйҙе туҡмауҙа һәм көсләүҙә ғәйепләнә.
Ир яңғыҙы йәшәгән пенсионерҙың өйөнә керә һәм ҡара эшен ҡыла. Ул меҫкен әбейҙе ныҡ ҡына итеп туҡмай, һөҙөмтәлә уны күп һанлы баш йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙаталар.
Баҡһаң, был уның әбейгә тәүге тапҡыр бәйләнеүе түгел икән. Быға тиклем дә килеп, уны көсләргә маташҡан. Әле был ваҡиға менән хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнә. Ир ҡулға алынған.