Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Август 2019, 16:06

Радик һаман иғтибар үҙәгендә

Ошо көндәрҙә Татарстан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Татарстандың Рәсәйҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле Рауил Әхмәтшин Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин менән осрашты.

Ошо көндәрҙә Татарстан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Татарстандың Рәсәйҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле Рауил Әхмәтшин Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин менән осрашты. Баҡтиһәң, Радик былтыр Мәскәүҙәге IV "Мәскәү - Татарстан күпере" йәштәр йыйынында спикер булараҡ ҡатнашҡан, концертта йырлаған. Яҡташыбыҙҙы тағы 9 ноябрҙә үтәсәк V йәштәр форумына ла саҡырҙылар. Барлыҡ проекттарҙа һәм сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Радик Юлъяҡшинға вәкиллектең Рәхмәт хатын тапшырҙылар.

Билдәле булыуынса, Радик хәҙер Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Осрашыуҙа ул үҙенең ижади пландары менән уртаҡлашҡан. Сәхнә йондоҙо вәкиллек хеҙмәткәрҙәренә үҙенең дискыларын бүләк итте, киләһе йылда үтәсәк концертына саҡырҙы.
Читайте нас: