Неаполь ҡалаһында тулғаҡ тота башлаған ҡатынды юл уртаһында автобустан төшөрөп ҡалдырғандар, өҫтәүенә билетһыҙ булған өсөн штраф та һалғандар. Асыҡланыуынса, ауырлы ҡатын урамға саф һауа һуларға сыҡҡан. Бала табыр көнө етеп килгән ханымды көтмәгәндә тулғаҡ тота башлаған. Ул юғалып ҡалмаған, дауахана яғына юлланған автобусҡа ултырған. Әммә контролер буласаҡ әсәнең хәленә инмәгән: билеты булмағас, аяғында саҡ торған ауырлы ҡатынға штраф сәпәгән дә автобустан төшөрөп ҡалдырған. Бисара ҡатын нисек дауаханаға барып еткәндер, билдәһеҙ, әммә бер нисә сәғәттән уның ҡыҙы донъяға килеүе мәғлүм. Бер аҙ хәл ингәс, ҡатын 71 евро күләмендәге штрафтың нигеҙһеҙ һалыныуын иҫбатларға маташҡан, әммә дәғүәне урынһыҙ, тип тапҡандар. Йәнәһе, Италия закондары алдында барыһы ла тиң, ә тулғаҡ тотҡан килеш автобуста билетһыҙ йөрөү кисерерлек сәбәп була алмай.
Был хәл йәмғиәттә ҙур бәхәс тыуҙырған, ҡануниәт кешелеклелек сифаттарын инҡар итергә тейешме, тигән һорауға яуап эҙләйҙәр.