Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2019, 13:22

Төбәк үҫешә, һөҙөмтәләр ҡәнәғәтләндерерлек

Республика Хөкүмәтендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән ултырышта төбәгебеҙҙең быйылғы тәүге ярты йыллыҡтағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары тикшерелде. Унда төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, шулай уҡ видеоконференция форматында ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

- Дөйөм алғанда, быйылғы йыл республика өсөн ыңғай бара, - тине үҙенең инеш сығышында Радий Фәрит улы. - Ҡайһы бер индикаторҙар буйынса алдан күҙалланған күрһәткестәрҙе уҙып та киттек. Сәнәғәт һәйбәт темпта үҫә, ауыл хужалығында һуңғы йылдарҙа беренсе тапҡыр 100 процентҡа сыҡтыҡ. Төҙөлөш тармағы ла һиҙелерлек йәнләнде - торлаҡ төҙөп тапшырыу 13,4 процентҡа артты. Ғөмүмән, был тармаҡта беҙ барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла “плюс”та барабыҙ. Сауҙа өлкәһе эшмәкәрлеге 3,2 процентҡа үҫте, был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урынға сыҡты һәм Рәсәй төбәктәре араһында тәүге тиҫтәгә инде. Ошо хәл реаль эш хаҡының да арта төшөүен һәм халыҡтың һатып алыу һәләтенең көсәйә барыуын аңлата.
Читайте нас: