“Һеҙ ҡала тарихы, яҡташтарығыҙҙың күп быуындары менән хаҡлы рәүештә ғорурланаһығыҙ, - тиелә Президенттың телеграммаһында. - Бөгөн Чебоксар - фәнни һәм белем биреү ҡеүәте ҙур булған, социаль һәм транспорт инфраструктураһы алға киткән, етди сәнәғәтле, күркәм һәм заманса ҡала. Уның халҡы милләт-ара татыулыҡты ҡәҙерләп һаҡлай, ижади, намыҫлы хеҙмәт йолаларын үҫтерә, тыуған ҡалаһының, Сыуашстан Республикаһының һәм тотош Рәсәйҙең именлегенә тос өлөш индерә”.