газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2019, 11:51

Мобиль бригадалар үҙҙәре алып барасаҡ

Башҡортостанда “Демография” милли проекты сиктәрендә өлкән йәштәге граждандарҙы хеҙмәтләндереү өсөн 18 мобиль бригада барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостанда “Демография” милли проекты сиктәрендә өлкән йәштәге граждандарҙы хеҙмәтләндереү өсөн 18 мобиль бригада барлыҡҡа киләсәк. Улар ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа уңайлы һәм тиҙ итеп медицина учреждениеларына барырға ярҙам итәсәк. Ярҙам 65 йәштән өлкәндәргә тәғәйенләнә. Уларҙы өҫтәмә скрининг үтеү һәм ашығыс социаль хеҙмәтләндереү өсөн медицина учреждениеларына оҙатасаҡтар. Учреждение директорҙарына автомобиль асҡыстарын Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова тапшырҙы. “Демография” милли проектына ярашлы, автотранспортты һатып алыу өсөн 34,2 миллион һум аҡса бүленгән. Һәр бер микроавтобус 380 килограмм ауырлыҡҡа иҫәпләнгән электр мендергесе менән йыһазландырылған. Был, кәрәк булғанда, инвалид коляскаһындағы кешене лә күтәреү мөмкинлеген бирә. Автомобилгә һигеҙ кеше һыя, шул иҫәптән - ике инвалид коляскаһы.

Был махсус транспорт өс ҡарттар йортона һәм 12 психоневрология интернатына оҙатыласаҡ. Әлеге мәлдә Башҡортостанда ошондай 34 “мобиль бригада” эшләй. Уларға хәҙер тағы 18-е ҡушылды. Республикала 65 йәштән өлкәнерәк 222 мең кеше иҫәпләнә, күпселеге алыҫ ауылдарҙа йәшәй, уларға район поликлиникаһына үҙаллы барыу ҙур проблема тыуҙыра.
Читайте нас: