Йырсы Вәсилә Фәттәхова вафат булғас, социаль селтәрҙә табиптарҙы ғәйепләгән кешеләр ҙә булды, ҡайһы берәүҙәр хатта судҡа бирергә лә өндәне. Әммә уның ире Илгиз ауыр ҡайғы кисерһә лә: "Табиптар менән судлашып, үлгән кешене ҡайтарып булһа, әлбиттә, тауыш ҡуптарырға булыр ине. Береһен дә ғәйепләмәйем, барыһы ла Алла ҡулында. Табиптар көстәренән килгәнсе көрәште. Вәсиләнең әсәһен машина бәргән ине бит. Ун көн реанимацияла ятҡан. Табиптарҙың иғтибары етмәгән. Әңгәмәләрҙең береһендә, Вәсиләнән бер журналист: "Ни өсөн табиптарҙы судҡа бирмәнегеҙ?" - тип һораған. "Башҡа кешенең яҙмышына ҡара тап һалыуҙан мәғәнә тапмайым", - тип яуап биргән. Мин уның менән килешәм", - тип белдергән Илгиз журналистарға. “Вәсилә әңгәмәләренең береһендә: "Үткәндәр менән йәшәргә ярамай. Донъянан киткәндәрҙең рухын, иҫтәлеген күңелдең иң йәшерен урынында һаҡларға кәрәк", - тигән. Нисек кенә ауыр булмаһын, ул әйткәнсә йәшәргә тырышам. Яңғыҙлыҡ менән көрәшеп булмай. Унан ҡайҙа ғына ҡасып китмә, барыбер яңынан әйләнеп ҡайтаһың. Күп ваҡыт эштә үтә, Кәрим менән бассейнға йөрөйбөҙ, ҡунаҡҡа йыш барабыҙ. Әммә барыбер, күпме генә ваҡыт уҙмаһын, күңел әлегә тыныслыҡ таба алмай", - тип ул Вәсиләне онота алмауы хаҡында уртаҡлаша.