газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2019, 11:54

Изгелеккә - яуызлыҡ

Мәскәүҙән Симферополгә осоп барған самолет моторына ҡоштар тубы килеп инеп, ике двигателе лә сафтан сыҡҡанын, кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн экипаж лайнерҙы кукуруз баҫыуына ултыртыуы барығыҙҙың да хәтерендәлер. А321-ҙең бөтә пассажирҙары ла иҫән ҡала, бары ҡайһы бер кешеләр әҙерәк йәрәхәтләнә.

Мәскәүҙән Симферополгә осоп барған самолет моторына ҡоштар тубы килеп инеп, ике двигателе лә сафтан сыҡҡанын, кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн экипаж лайнерҙы кукуруз баҫыуына ултыртыуы барығыҙҙың да хәтерендәлер. А321-ҙең бөтә пассажирҙары ла иҫән ҡала, бары ҡайһы бер кешеләр әҙерәк йәрәхәтләнә. Командир Дамир Йосопов һәм уның экипажының был батырлығы, юғары профессионализмы бик юғары баһалана, ике пилотҡа Рәсәй Геройы, ҡалғандарға “Ҡаһарманлыҡ” ордендары бирелә. Бөтә ил уларҙы ысын геройҙарға тиңләй, рәхмәт белдерә, улар менән ғорурлана һәм пассажирҙар өсөн бергә шатлана. Әммә мискә балда һәр ваҡыт бер ҡалаҡ дегет табыла - пассажирҙарҙың береһе судлашырға йөрөй икән. Пилонда бейеү менән шөғөлләнгән, йәки шәрә килеш бейегән Алла исемле ҡатын пассажирҙар араһында була, ергә ултырғанда уның тәненең бер урыны ғына күгәрә. Ул самолеттың бәләгә тарыған мәлен телефонда видеоға яҙҙыра һәм һүгенә-һүгенә авиакомпанияға, пилоттарға ялыуын белдерә. Уға, баҡһаң, кукуруз баҫыуындағы бысраҡ оҡшамаған. Ҡырымға барып етә алмауына ла бик йәне көйгән икән. Иҫән ҡалыуына рәхмәт әйтәһе урынға ул суд юлына тапарға йыйына. Ояты ҡайҙа икән был ханымдың тигән һорау тыуа?
Читайте нас: