газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2019, 12:28

Ир ҙә, бала ла юҡ

Испанияның билдәле курортында дүрт йәшлек улы һәм ире ҡатындың күҙ алдында фажиғәгә тарый.

Испанияның билдәле курортында дүрт йәшлек улы һәм ире ҡатындың күҙ алдында фажиғәгә тарый. Малайҙың һыуға батып барғанын күреп, ҡотҡарыусылар шунда уҡ ярҙамға ашыға һәм һушһыҙ баланы ярға һөйрәп сығара. Уға яһалма тын алдырыу эшләйҙәр, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡара алмайҙар. Улы менән булышып йөрөгән әсә ҡапыл иренең дә юҡлығына иғтибар итә. Тиҙ генә ҡотҡарыу операцияһы башлана, унда полиция хеҙмәткәрҙәре, янғын һағы ҡатнаша, вертолет, һыу мотоциклы, катер бүленә. Ирҙең үле кәүҙәһен сәғәт ярымдан һуң ғына өс метр тәрәнлектә табалар. Бер мәлдә ҡатын балаһыҙ ҙа, ирһеҙ ҙә тороп ҡала. Франциянан Испанияға килгән ғаиләнең ялы фажиғәле тамамлана.
Читайте нас: