Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2019, 12:05

Аҡса йыйған да, сығып тайған

Өфөлә “Лови волну” туристик фирмаһы директоры алты миллион һум аҡса алып, Рәсәйҙән сығып тайған. Өфөлә “Лови волну” туристик фирмаһы директоры алты миллион һум аҡса алып, Рәсәйҙән сығып тайған.

Өфөлә “Лови волну” туристик фирмаһы директоры алты миллион һум аҡса алып, Рәсәйҙән сығып тайған. Кемдер 100 мең һумын “янып барған” путевкаға түләгән, икенсе берәү алдан уҡ отпуск ялын ошо фирма менән һөйләшеп планлаштырған. Араларында электән “Лови волну” аша юллама алғандар ҙа бар, шуға улар быйылғы ялы өсөн тыныс булған да би Тик Петряева аҡсаларҙы үҙ кеҫәһенә һалыуҙы хуп күргән. Фирма хеҙмәткәрҙәрен дә был яңылыҡ шаңҡытҡан: иртән эшкә килеүҙәренә директор ҙа, эш компьютерҙары ла юҡ. Ҡатындың сәйер ҡылығын улар яҙын танышҡан мөхәббәте менән бәйләй. Тап Украина кешеһе Николаны осратҡас, директор эшкә илке-һалҡы ҡарай башлай, фирмаға тик аҡса артынан ғына килә, хеҙмәт хаҡын тотҡарлай. Менеджерҙар клиенттар алдында уңайһыҙлыҡ тоя, шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең дә өс ай инде эш хаҡы алмауын билдәләй.
Читайте нас: