Салауат Фәтхетдиновтың һуңғы концертындағы шау-шыу һаман тынмай бит әй. Тамашала йырсының муллаларҙан көлөүе дин әһелдәренең йәненә тейгәйне. "Мосолмандарҙың патриотик хәйриә фонды" етәксеһе Рөстәм Хәбибуллин йырсынан ғәфү үтенеүен талап итһә лә, Салауат Фәтхетдинов, мин енәйәт ҡылманым, был аҙымға бармайым, тигән. Ахырҙа, Рөстәм Хәбибуллин Рәсәй Мөфтөйҙәре советы рәйесе Рауил Ғәйнетдингә, Салауат Фәтхетдинов "Әл-Фахр" орденына лайыҡ түгел һәм уны кире тартып алырға кәрәк, тип ялыу яҙған. Был награда артисҡа 2003 йылда бирелгән. Йырсы дин әһелдәренән ғәфү үтенерме? Бәлки, орденын тартып алырҙар.