газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2019, 12:12

Транспорт сараһы төҙөк булмаған, тиҙәр

Башҡортостандың "Нефаз" заводында етештерелгән автобус 17 августа Пермдә бер йорттоң бетон ҡоймаһына бәрелә.

Башҡортостандың "Нефаз" заводында етештерелгән автобус 17 августа Пермдә бер йорттоң бетон ҡоймаһына бәрелә. Һөҙөмтәлә, бер ҡатын һәләк була, 32 кеше төрлө тән йәрәхәтәре ала. Тәфтишселәр, халыҡты хеҙмәтләндергән транспорттың төҙөк булмауын асыҡлап, әле был ваҡиға буйынса тикшереү эше алып бара.

Автобуста 55 кеше булған, водитель дә ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Салондағы йәнә туғыҙ балаға ла медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Читайте нас: