Йырсы, алып барыусы Ольга Бузованың социаль селтәргә буш тәрилкәне ялағандан һуң, үҙен “блокадница” тип атауы тураһындағы видеояҙма һалыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Быны билдәле шағир Илья Резник ҡаты тәнҡитләне. Уңышһыҙ шаярыуынан һуң Ольга Бузоваға социаль селтәрҙә ултырыусыларҙан да арыу эләккән.
Әммә йәмәғәт әүҙемселәренә был ғына аҙ тойолған: “Халыҡ коррупцияға ҡаршы” партияһы рәйесе урынбаҫары Виталий Бородин Рәсәйҙең Генераль прокуратураһына мөрәжәғәт иткән. Ул популяр блогер Бузованың Instagram-аккаунтын ғәмәлдән сығарыуҙы талап итә. Уның фекеренсә, был телдәренә хужа була алмаған барыһына ла фәһем булыр ине. Ә илдәге иң популяр аккаунттың хужаһы Ольга Бузова әлегә шәхси битен ябып торған.