газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2019, 11:25

Тәмәкеселәрҙең эш хаҡы кәмей

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эш урынында хеҙмәткәрҙәрҙең тәмәке тартыуына ҡаршы штрафтар һәм дәртләндереү саралары ярҙамында көрәшмәксе.

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эш урынында хеҙмәткәрҙәрҙең тәмәке тартыуына ҡаршы штрафтар һәм дәртләндереү саралары ярҙамында көрәшмәксе. Был идея “Хеҙмәтсәндәрҙең сәләмәтлеген нығытыу” программаһында яҙылған. Ведомство оҙайлы һәм йыш тәмәке тартыусыларҙың эш хаҡын кәметергә тәҡдим итә. Унан тыш, предприятиелар биләмәһендә тартыуҙы тыйыу, ә күмәкләп тартыу урынында төтөн детекторҙары ҡуйыу планлаштырыла. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойошма биләмәләрендә физик культура менән шөғөлләнеү урындары булдырырға, ә дөйөм ҡулланыу бүлмәләрендә емеш-еләк менән һыйларға ла тәҡдим яһай. Был, программа авторҙары фекеренсә, тәмәке тартыусыларҙы кәметәсәк.

Рәсәй Дәүләт Думаһында тәмәке тартыусыларҙың һанын кәметеүҙең төрлө юлдарын эҙләйҙәр.
Читайте нас: