"Торатау" конгресс-холында уҙған мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығыш яһаны.
- Бөгөнгө мәғариф системаһы ҙур үҙгәрештәр алдында тора, беҙ ошо мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа бурыслыбыҙ, - тине Радий Фәрит улы.
- Был йәһәттән "Мәғариф" милли проекты уңай шарттар тыуҙыра. Беҙ милли проекттарҙың асылын халыҡҡа аңлата белмәйбеҙ, ахыры - тик һандар менән эш итәбеҙ. Ә ғәмәлдә "Фәләнсә йәшендә һеҙҙең балағыҙ ошондайыраҡ буласаҡ" тип төшөндөрә белергә кәрәк.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, мәктәптә үткән йылдар кешенең үҙ ғүмерендәге иң иҫтәлекле осоро булып хәтерендә һаҡланырға тейеш. Шуға күрә һуңғы ваҡытта шау-шыу тыуҙырған "буллинг" һәм башҡа шундай насар күренештәргә юл ҡуйылырға тейеш түгел.
Республика етәксеһе мәктәптәрҙә берҙәм меню булдырыу, һәләтле балалар менән эшләй белеү тураһында ла әйтеп үтте.