газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2019, 13:21

Үҫемлек майынан ағыуланғандар

Ульяновск өлкәһендә биш өлкән кеше һәм ике бала үҫемлек майынан ағыулан. Улар дауаханаға оҙатылған.

Ульяновск өлкәһендә биш өлкән кеше һәм ике бала үҫемлек майынан ағыулан. Улар дауаханаға оҙатылған.Сирлеләрҙең хәле шәптән түгел. Уларҙың бөтәһенең дә танау-ҡолағынан ҡан аға. Бер өлкән кеше үтә ауыр хәлдә. Ҡайһы бер сығанаҡтар мәғлүмәттәре буйынса, зыян күргәндәрҙең береһе үлгән. Тик әлегә быны рәсми дәлилләү юҡ. Зыян күргәндәрҙең бөтәһе лә көнбағыш майын баҙарҙа бер сауҙа нөктәһенән алған. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, май һығып алынған көнбағышта ҡомаҡ ағыуы булған. Табиптар был хәл тураһында полицияға хәбәр иткән, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: