Йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар һәм блогер Артур Иҙелбаев үҙ теләге буйынса вазифаһын ҡалдырҙы. Ул Башҡортостанда туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе булып эшләне. Артур Иҙелбаев был вазифаға быйыл февралдә тәғәйенләнгәйне. Уның планында республикаға күберәк туристарҙы йәлеп итеү өсөн ҙур туристик объекттар, ҡунаҡтар өсөн уңайлы мөхит булдырыу, Башҡортостанға күберәк туристар килһен өсөн, ул барлыҡ министрлыҡ һәм ведомстволар эшмәкәрлеген берләштермәксе ине.