газета "Салауат"
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Август 2019, 16:45

Шикле тауар хәүеф тыуҙыра

Тикшереүсе органдар урамда законһыҙ сауҙа итеүселәрҙең эшмәкәрлеген тикшереү өсөн рейдҡа сыҡты.

Тикшереүсе органдар урамда законһыҙ сауҙа итеүселәрҙең эшмәкәрлеген тикшереү өсөн рейдҡа сыҡты.

- Төрлө саралар күреүгә ҡарамаҫтан, рөхсәт ителмәгән урындарҙа һатыу итеү туҡтамай. Бындай рейдтарға аҙна һайын сығабыҙ, 5-6-шар протоколо төҙөйбөҙ. Уларҙың хатта һатыу өсөн рөхсәт ҡағыҙҙары ла юҡ. Былтыр йәмғеһе 21 осраҡ теркәлһә, быйыл уларҙың һаны 53-кә етте лә инде, - ти ҡала хакимиәтенең административ комиссия рәйесе урынбаҫары Ғаяз Тимербулатов.

Белгестәр әйтеүенсә, урам буйынан алынған аҙыҡтың һаулыҡҡа зыянлы булыуы ихтимал, әҡдим ителгән аҙыҡ-түлектең сифаты тикшерелмәй, санитар-эпидемиологик талаптар үтәлмәй. Закон боҙоусыларға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында протоколдар төҙөлдө.
Читайте нас: