“Росстат”тың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр иң йәш әсәләр 12 йәштә әсә булыу бәхетенә ирешкән. Уларҙың һаны Рәсәйҙә дүрткә еткән. 2018 йылда 13 йәшлек әсәйҙәр 34 сабый тапҡан. Ә 14 йәшлектәр 190 балаға әсәй булған, хатта ҡайһы берҙәре икенсе сабыйын да табып өлгөргән.
15 йәшлек әсәләр былтыр 919 сабыйға ғүмер биргән, ә 16 йәшлектәр өс меңгә яҡын баланы донъяға килтергән. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә бәлиғ булмаған йәштәгеләрҙең атай-әсәй булыуы һис тә ғәжәп түгел, уны норма итеп ҡабул итәләр.