газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Август 2019, 10:55

Рәсәй Президенты Ҡырым башлығы менән осрашты

Владимир Путин Ҡырым башлығы Сергей Аксенов менән осрашты. Президентҡа төбәктәге социаль-иҡтисади хәл тураһында һөйләгәндән һуң, Аксенов хаҡ артыуы мәсьәләһен хәл итеп булмауға зарланды.

Владимир Путин Ҡырым башлығы Сергей Аксенов менән осрашты. Президентҡа төбәктәге социаль-иҡтисади хәл тураһында һөйләгәндән һуң, Аксенов хаҡ артыуы мәсьәләһен хәл итеп булмауға зарланды.

Осрашыуҙа Ҡырымдың социаль-иҡтисади үҫештәге уңыштары тураһында ла һүҙ барҙы. Сергей Аксенов “Таврида” трассаһының, Симферополдәге күп йүнәлешле медицина үҙәгенең әҙерлеге, “Ҡырым күпере”нә һәм Симферополь аэропортына бәйле туристарҙың артыуы тураһында отчет бирҙе.Ярымутрауҙағы проблемалар ҙа телгә алынды. “Ҡырым күперенең тимер юл тармағын сафҡа индереү менән хаҡ артыуы мәсьәләһен өлөшләтә хәл итергә ниәтләйбеҙ. Йөк ташыуҙың үҫеүе һөҙөмтәһендә хаҡ сәйәсәте бөтөнләй үҙгәрер, тип өмөтләнәбеҙ”, - тине Аксенов.#ВладимирПутин
Читайте нас: