Йыл һайын хаж ҡылған йөҙәрләгән кеше Сәғүд Ғәрәбстанынан иленә ҡайта алмай. Оло йәштәге йә сирле мосолмандар ошо изге ғәмәл мәлендә вафат та булып ҡуя. Быйыл Бангладештан - 30, Төркиәнән - 28, Нигериянан - туғыҙ, Филиппиндан биш кеше мәрхүм булған. Әйткәндәй, уларҙың күбеһен шунда уҡ ерләйҙәр ҙә. Рәсәй мосолмандары тураһында мәғлүмәт юҡ.