Салауат ҡалаһы биләмәһендә наркотик матдәле үҫемлектәрҙе законһыҙ сәсеүҙе асыҡлау һәм юҡ итеү маҡсатында «Мәк» операцияһы үтә.
Рейд тыйылған үҫемлектәрҙе үҫтергән кешеләрҙе, ойошмаларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыуға, таратыу юлдарын ябыуға йүнәлтелгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре законды боҙған осраҡта Енәйәт кодексы буйынса ике йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү ҡаралған, тип иҫкәртә. Наркоманияның таралыуына ҡаршы тороу буйынса иң һөҙөмтәле сара булып ҡала халҡының хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙамы тора.
Әгәр ҙә һеҙ мәк һәм киндер үҫкән урындар, атап үткән үҫемлектәрҙе законһыҙ үҫтереү, наркотиктар әҙерләү һәм һатыу факттары тураһында хәбәрҙар булһағыҙ, 02 (102), (83476) 37-96-02, (8347) 279-32-92 телефондары буйынса Эске эштәр бүлегенә шылтырата алаһығыҙ.
Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлеге.