Радикка 30 йәш тулһа ла, ул ошоға тиклем өйләнмәгән. Ә ваҡыт үтә. Уның һөйгәне, киләсәктә ҡатыны булырға теләүселәр ҙә бихисап икән. Ошо көндәрҙә артист үҙенең Инстаграмында туй костюмы кейгән фотоһын һалған һәм кәләш эҙләүе тураһында хәбәр иткән. Бәлки, ул ысынлап та яңғыҙ йөрөп ялҡҡан, ғаилә ҡороп йәшәгеһе киләлер? Аңлашыла, теләк белдереүселәр бихисап. “Мин сығам” да, “мин барам”, “мине һайла” тигән комментарийҙар тулып ята икән! Әйткәндәй, комментарийҙар араһында, “Радик өйләнмә, әтеү тамашасыларыңды юғалтасаҡһың” тигән кәңәштәр ҙә бар. Әллә ошоно уйлап өйләнмәй йөрөймө икән һаман Радик?