газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Август 2019, 11:20

Ғилми үҙәк асылыуы ихтимал

“Фән” милли проектына ярашлы, Башҡортостан ғилми-белем биреү үҙәге ойоштороу буйынса конкурста ҡатнашырға ниәтләй.

“Фән” милли проектына ярашлы, Башҡортостан ғилми-белем биреү үҙәге ойоштороу буйынса конкурста ҡатнашырға ниәтләй. Ғариза хупланған осраҡта төбәктәрҙә тәүге ғилми үҙәктәр киләһе йыл асыласаҡ. Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе углеводородтар сығарыуҙағы һанлы технологиялар менән бәйле, тип белдерҙе Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов.

Уның әйтеүенсә, республикала тормошҡа ашырыу өсөн бер нисә йүнәлеш тәҡдим ителә. Уларҙың тәүгеһе - һанлы технологияларға, икенсеһе - юғары технологиялы медицинаға, өсөнсөһө иһә перспективалы осоу аппараттары һәм энергия системаһы ҡулайламаларын, йәғни гибрид двигателдәр эшләүгә бәйле.

Эксперттар билдәләүенсә, Башҡортостан һәр йәһәттән тейешле ҡеүәткә эйә, ошондай үҙәктәр асыу мөмкинлектәре етерлек.Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Фән” милли проекты 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Шул осорға тиклем Башҡортостан федераль ҡаҙнанан һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 2,5 миллиард һум самаһы аҡса алыуға иҫәп тота ала.

#Миллипроекттар
Читайте нас: