Өфөлә бер егетте телмәрендәге кәмселеге өсөн эшенән ҡыуғандар. Николай Морозовҡа 24 йәш. Бала сағында һыйыр ҡурҡытҡандан һуң тотлоғоп ҡалған. Егет курьер булып эшкә төшкән, ләкин яңыраҡ ул заказды ваҡытында килтермәгәне өсөн эшенән ҡыуылған.
Барыһына ла ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ғәйепле. Николайҙың һөйләшеүен ишеткән инспекторҙар уны наркоман тип уйлай. Егеттең белешмәһе лә ярҙам итмәй. Николайҙы ике тапҡыр наркотиктарға тест тапшырырға алып барғандар. Тест кире һөҙөмтә күрһәткән, ләкин шул арҡала Николай эшһеҙ ҡалған.