Киров өлкәһендә ауыр енәйәт теркәлгән - 14 августа тәфтиш органдарына 2016 йылғы малайҙың үҙ фатирында үлеүе тураһында хәбәр килә. Баланың тәнендә бер нисә бысаҡ эҙе була. “Баланы үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Кескәй генә баланы үҙ әсәһе сәнсеп үлтерә. Һорау алған мәлдә ҡатын, ғәйебен танып: ”Ул миңә ял итергә ҡамасауланы”, - тип яуап бирә. Ваҡиғаға шаһит булған ирҙе лә, үлтереүҙә ҡатнашы бар һанап, ҡулға алғандар.
Бала ҡамасаулар булғас, уны ниңә тапты икән был ҡатын? Ирекһеҙҙән шундай һорау тыуа...