газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Август 2019, 16:39

Алтын ҡуллы табиптар

Өфөлә табиптар алты бала атаһының станокка эләккән ҡулын һаҡлап ҡалған.

Өфөлә табиптар алты бала атаһының станокка эләккән ҡулын һаҡлап ҡалған. Күп бала атаһы менән бәхетһеҙ осраҡ Ҡырмыҫҡалы районында булған. Эш ваҡытында ирҙең ҡулы терһәгенә тиклем станокка эләккән. Уны тиҙ арала 21-се дауаханаға килтергәндәр. Хирургтар бер нисә сәғәт буйына ҡатмарлы операция яһаған, нервы, мускул һәм тире структураһын тергеҙгән. Ирҙең ҡулын һаҡлап ҡалғандар, табиптар ул элеккесә эшләр, тип өмөтләнә.
Читайте нас: