Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков журналистарға шулай тип белдерҙе: Владимир Путин Киев менән диалог яҡлы, әммә хәҙерге ҡатмарлы шарттарҙа һөйләшеү генә етмәй, килешелгәндәрҙең мотлаҡ үтәлеүе кәрәк.
“Рәсәй менән Украина дәүләттәре етәкселәренең аралашыуын фәҡәт ыңғай ғына баһаларға мөмкин”, - тине Д.Песков.
Украина президенты вазифаһына Владимир Зеленский килгәс тә, Владимир Путин уның менән ике тапҡыр - 11 июлдә һәм 7 августа телефон аша һөйләшкән. Әңгәмә Украинаның көньяҡ-көнсығышындағы хәлде яйға һалыу һәм Минск килешеүҙәрен үтәү тураһында барған.#ВладимирПутин