Оҙаҡ ваҡыт иғтибар үҙәгендә булған Луиза бер мәлгә онотолоп торған кеүек булды. Ире Мараттан да күптән яңылыҡтар ишеткән юҡ. Хәлдәре шәптән түгел Луизаның. Тәфтиш изоляторында ултырыуын дауам итә, яңы адвокаттары әллә бар, әллә юҡ, аңлашылмай. Үҙе ул һаман бер ниндәй комментарий ҙа бирмәй. Уның ҡарауы, ире Мараттың хәлдәре көйлө, кәйефе көр. Ир төрмәгә ултырмаясағына ныҡлы ышана, тиҙәр. Ҡиммәтле телефон тотоп, зауыҡлы кейенеп ыҫпай ғына йөрөп ята икән. 25 миллион һумдың яҙмышы шулай уҡ билдәле түгел. Марат уларҙы "юҡ, уйнап бөттөм" ти. Тик үҙен ғәйепле һанамай. Һанамай инде, уның ҡулы менән түгел, ә ҡатыныныҡы менән урланған бит. Закон алдында ла Луиза ғәйепле, уның аҡсаны кем өсөн һәм ниндәй маҡсатта урлауы мөһим түгел. Ә бит Марат уны "урламаһаң, полицияға тапшырам" тип ҡурҡытып алдырған аҡсаны.