Магнитогорск ҡалаһында көслө ямғырҙар арҡаһында бөтә урамдарҙы һыу баҫҡан .Һыу ағыу өсөн тәғәйенләгән канализациялар ҙур күләмдәге ағымды үткәреп өлгәрмәүе һәм уға сүп тулыу сәбәпле, ҡайһы бер урындарҙа ҙур йылғалар хасил була. Шул иҫәптән, Карл Маркс проспекты һәм Совет Армияһы урамы киҫелешендә һыу машиналарҙың тәҙрәләренә тиклем еткән. Водителдәр ундай урындарҙы урап, газон һәм ҡаршы һыҙат аша үтергә тырышһа ла, ҡайһы берҙәренә һыу эләгеп ватылған. Шулай уҡ подъездарға ла һыу тулған. Был хәлдән һуң Магнитогорск халҡы ҡаланың ҙур һыуҙы ҡабул итергә әҙер булмауына, канализацияларҙың һыу үткәреп өлгөрмәүенә йә бөтөнләй булмауына ризаһыҙлыҡ белдергән. Ә бит яңыраҡ был ҡала юлдарҙың сифаты йәһәтенән ил буйынса дүртенсе баҫҡысҡа күтәрелгәйне. Беренсе ҡойма ямғыр иһә илдең "иң яҡшы юлдары"ның һыу үткәреү канализациялары булмауын, ғәҙәттән тыш хәлдәргә яраҡһыҙлығын күрһәтте.