Үткән аҙна «Башавтотранс» предприятиеһы ҡала-ара, ҡала һәм ҡала яны маршруттарын хеҙмәтләндереү өсөн 110 «Форд Транзит» маркалы автобус алды. Уларҙың 13-ө Салауат ҡала-ара маршруттарын хеҙмәтләндерәсәк.
«Беҙ «Башавтотранс»ҡа 1 сентябргә тиклем дәүләт ташыусыһы автобустары республиканың барлыҡ райондарын Өфө менән тоташтырырға тейеш тигән бурыс ҡуйғайныҡ. Тап «Башавтотранс» социаль ташыуҙарҙы тәьмин итә һәм коммерция автобустарынан айырмалы рәүештә ул хатта ике пассажирҙы ла йөрөтә. «Башавтотранс»ты ни өсөн һаҡлап ҡалыуыбыҙҙың мәғәнәһе лә шунда. Уларға ҙур автобустарҙың тәүге партияларын тапшырҙыҡ та инде. Бөгөн - 110, киләһе аҙнала тағы ла 100 автобус бирәбеҙ. Дөйөм алғанда, яҡынса 550 автобус», - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе ҡала, шулай уҡ Башҡортостан кеүек ҙур республиканың пассажирҙар ташыу буйынса үҙенең дәүләт компанияһы булырға тейешлеген билдәләне. Радий Хәбиров компанияны һаҡлап ҡалыу өсөн күп көс һалғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм бөгөн уның аяҡҡа баҫа башлауын әйтте.
Маршрут автобустары кондиционер, ГЛОНАСС навигация системалары, тахограф, иғлан әйтеү информаторы менән йыһазландырылған. Йыл аҙағына тиклем тағы 527 автобус һатып алыу көтөлә. Компания паркын яңыртыу Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса дауам итә.