газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2019, 23:31

Кәрим әсәһен һағына

Яратҡан йырсыбыҙ Вәсилә Фәттәхованың баҡыйлыҡҡа күсеүенә өс йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, халыҡ сәхнә йондоҙон онотмай.

Яратҡан йырсыбыҙ Вәсилә Фәттәхованың баҡыйлыҡҡа күсеүенә өс йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, халыҡ сәхнә йондоҙон онотмай.

Тормош иптәше Илгиз Ғәбдрәҡипов та бөгөн нисек йәшәүҙәре, сабыйҙарының тормошо хаҡында бәйән итә. "Улым әлегә сабый ғына булһа ла, ололарса һөйләшә белә. Өләсәһенә: "Әсәй оҙаҡ йәшәй алманы. Олатай менән һеҙгә оҙон ғүмер теләйем", - тигән. Һүҙ ҙә юҡ, ул һәр саҡ борсола, беҙ күрмәгәндә планшетынан әсәһе менән төшкән фотоларын һәм видеоларын ҡарай. Ә ҡыҙыбыҙ әлегә хәл йыйып китә алмай. Ятып ҡына тора. Ултырмай ҙа. Кәрим һеңлеһе өсөн йән атып тора. Иртән, уяныу менән, уның янына инеп уйнай. Ныҡ яҡын күрә. Камилә лә ағаһын күреү менән шунда уҡ йылмая, көлә башлай", - тип яҙған.


Читайте нас: